11:07 (UTC+5), 19 Октября 2009

Сергей Кущенко Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостанда биатлонға етди иғтибар бирелгәне өсөн рәхмәт белдерҙе

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Рәсәй биатлонсылары союзының башҡарма директоры Сергей Кущенконан хат килде. Унда ул биатлонға етди иғтибар бирелгәне өсөн республика башлығына рәхмәт белдергән. Хатта былай тиелә:
“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Оберхов ҡалаһында (Германия) йәйге биатлон буйынса Донья чемпионаты тамамланды. Рәсәй командаһы биш алтын, ете көмөш һәм дүрт бронза миҙал яулап, дөйөм команда иҫәбендә икенсе урынға сыҡты.
Рәсәйҙең йыйылма командаһында башҡорт спортсылары уңышлы сығыш яһаны: партнерҙары менән берлектә үҫмерҙәрҙең ҡатнаш эсафетаһында алтын миҙал яулаған Сергей Кугубаев һәм яҡын араға йүгереүҙә командаға көмөш миҙал килтереүсе Мария Косинова.
Рәсәй биатлонсылары союзы исеменән Һеҙҙе башҡорт спортсыларының уңышлы сығышы менән ҡотлайым һәм төбәктә биатлондың үҫешенә етди иғтибар биреүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Ихтирам менән, Рәсәй биатлонсылары союзының башҡарма директор С.В.Кущенко”.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика