09:50 (UTC+5), 14 Октября 2009

Мортаза Рәхимов Бөтә донъя татарҙары конгресы башҡарма комитеты рәйесе Ринат Закиров менән осрашты

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
14 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Бөтә донъя татарҙары конгресы башҡарма комитеты рәйесе Ринат Закиров менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Башҡортостан менән Татарстан араһында мәҙәниәт, мәғариф һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу һәм үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Мортаза Рәхимов Башҡортостан биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың үҙенсәлеген, мәҙәниәтен һаҡлауға, телдәрен үҫтереүгә республикала ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне.
Яҡтар мәғариф системаһында милли компоненттарҙы һаҡлауға ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр буйынса, юғары уҡыу йорттарына инеү, БДИ тапшырыу мәсьәләләрен хәл иткәндә федераль үҙәк менән диалогта берҙәм позиция эшкәртеү кәрәклеге менән килеште.
Ринат Закиров Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостанда йәшәүсе татарҙарға ярҙам итеү саралары өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Беҙ күрше Башҡортостанда татарҙар туған телдәрен өйрәнә, үҙ мәҙәниәтен һаҡлай, балаларын татар халҡы йолалары һәм традициялары буйынса тәрбиәләй алһын өсөн бөтә кәрәкле шарттар тыуҙырылыуын күрәбеҙ. Башҡортостан баш ҡалаһында бына тигән “Нур” татар театры төҙөлгән, мәктәптәрҙә балалар татар телен өйрәнә ала. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла беҙҙе шатландыра, - тип билдәләне Бөтә донъя татарҙары конгресы башҡарма комитеты башлығы.
Осрашыуҙа шулай уҡ ике республика биләмәһендә Татарстан һәм Башҡортостан телевидение каналдарын киңәйтеү мәсьәләләре, 2010 йылда үткәреләсәк Башҡортостан татарҙары съезына әҙерлек барышы тикшерелде.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика