17:57 (UTC+5), 14 Октябрь 2009

Берҙәм рәсәйлеләр “Рәсәй цивилизацияһының бөйөк юлы”н башлай

Бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында берҙәм рәсәйлеләрҙең “Рәсәй цивилизацияһының бөйөк юлы” исемле автомобилдәр ярышы старт ала. Уның сиктәрендә төбәктәрҙә партияның яңы Программаһы тикшереләсәк. “Берҙәм Рәсәй”ҙең яңы Программаһы ноябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында уҙасаҡ ун беренсе съезда ҡабул ителергә тейеш.
“Петербург-Владивосток” автомобилдәр ярышы 16 ноябргә тиклем дауам итәсәк һәм илебеҙҙең 18 ҡалаһы, шул иҫәптән Өфө, аша үтергә тейеш. Уларҙың һәр береһендә экспедицияла ҡатнашыусылар “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы вәкилдәре, йәштәр, ветерандар менән осрашып, түңәрәк өҫтәлдәр үткәреп, партияның Программаһы тураһында һөйләшергә ниәтләй. Сәйәси сараларҙан тыш, улар Рәсәй тарихы тураһында лекциялар уҡыясаҡ.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ярыштың рәсми автомобилдәре итеп, оҙайлы сәйәхәт шарттарында ла, насар юлдарҙа ла иң яҡшы иҫәпләнгән UAZ Patriot машиналары һайланған.
Бер ай эсендә сәйәхәтселәр ун бер мең саҡрым юл үтергә тейеш. Старт алдынан “флаг эстафетаһы” башы билдәһе итеп, экспедицияла ҡатнашыусыларға Петербуг ҡалаһының флагы тапшырыласаҡ. Автомобилдәр ярышы һуңғы географик нөктә буласаҡ Владивостокта “Рәсәй цивилизацияһының бөйөк юлы” үткән ҡалалар флагтарының парады менән тамамланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика