10:20 (UTC+5), 14 Октября 2009

Башҡортостан парламенты тәҡдим иткән йыйылыштар һәм митингылар тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһы тикшерәсәк

Николай Ермоленко
Дәүләт Думаһы Советы 21 октябрҙә үтәсәк Дәүләт Думаһының сираттағы ултырышы көн тәртибенә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәҡдим иткән “Йыйылыштар, митингылар, демонстрациялар, халыҡ ағымдары һәм пикеттары тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында” 193208-5-се һанлы федераль закон проектын индерергә ҡарар итте.
Федераль закон проекты закондар сығарыу инициативаһы тәртибендә 2009 йылдың 25 апрелендә индерелде. Башҡортостан парламенты депутаттары митингылар, демонстрациялар һәм башҡа асыҡ саралар үткәреү тәртибен хоҡуҡи яҡтан регламентлау өлөшөндә үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Йәмәғәт берләшмәләре һәм дини ойошмалар эштәре буйынса Дәүләт Думаһы комитеты уны беренсе уҡыуҙа тикшерергә тәҡдим итә.
Совет ҡарары буйынса закон проекты һәм уның буйынса материалдар РФ Президентына, Федерация Советына, РФ Хөкүмәтенә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға ебәрелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика