10:44 (UTC+5), 13 Октябрь 2009

Мәскәүҙә Республика Көнөнә арналған байрам саралары үтте

Азат Ғәфүров, Алим Фәйезов
Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүҙең 19 йыллығына арналған байрам саралары булып уҙҙы.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығына Мәскәүҙәге Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо байрам сиктәрендә Мәскәү милләттәр йортонда әлеге көндә баш ҡалабыҙҙа йәшәгән рәссамдар күргәҙмәһенең исем туйы үтте. Ул “Ағиҙел тураһындағы төштәр” тип аталды һәм республиканың төп байрамына — Республика көнөнә бағышланды. Күләме буйынса артыҡ ҙур булмаған күргәҙмә лирик атмосферала үтте, сөнки рәсемдәрҙең, ағас һәм таштан эшләнгән скульптураларҙың төп сюжеты — тыуған йорт, тыуған яҡ темалары.
Күргәҙмәне РФ Президенты ҡарамағындағы БР-ҙың Тулы хоҡуҡлы вәкиле Салауат Ғүмәров һәм Мәскәү милләттәр йорто директоры Петр Лемперт асты. Үҙенең сығышында Салауат Ғүмәров “Башҡортостандың һынлы сәнғәте — Рәсәй сәнғәтенең ҙур һәм әһәмиәтле өлөшө ул. Союз һәм Рәсәй күргәҙмәләрендә сағыу үҙенсәлеге, стилдәр төрлөлөгө менән айырылып торған башҡорт сәнғәте бүлектәре һәр ваҡыт мөһим урын биләй, — тип билдәләп үтте. — Бөгөн дә республикала БР Президенты Мортаза Рәхимов ярҙамы менән башҡорт сәнғәт мәктәбенең традицияларын һаҡлау һәм дауам итеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә”.
Үҙ сиратында Петр Лемперт Мәскәү һәм Башҡортостан өсөн был күргәҙмәнең уникаль булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды: ”Төрлө стилдәге мәктәп, төрлө быуын һәм төрлө ҡараш вәкилдәре бер майҙанда осрашты, улар тыуҙырған образдар ҙа бер-береһенә оҡшамаған. Әммә уларҙы берләштереүсе көс бар: улар йәшәгән урам, уртаҡ район, бер ҡала, бер тыуған ил — Башҡортостан. “Ағиҙел тураһындағы төштәр” күргәҙмәһе Мәскәү милләттәр йортоноң яңы проектына юл асты. Бынан кире бында Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәк рәссамдарының эштәре күрһәтеләсәк”.
Ә туғыҙынсы октябрҙә Мәскәү милләттәр йортоноң киноконцерт залында Республика көнөнә арналған байрам кисәһе үтте. Ул РФ Президенты ҡарамағындағы БР-ҙың Тулы хоҡуҡлы вәкиле Салауат Ғүмәров, Мәскәү милләттәр йорто директоры Петр Лемперт, “Башҡорт ҡәрҙәштәр” төбәк ижтимағи ойошмаһы рәйесе Тәлғәт Хорамшиндың ҡотлау һүҙҙәре менән башланды. Һуңынан уҡыуҙа һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлектәрендә юғары уңышҡа өлгәшкән Мәскәүҙәге аспирант һәм студенттарға БР Президенты стипендиаттары грамоталары тапшырылды. Кисә байрам концерты менән дауам итте.
Шул уҡ көндө Мәскәүҙәге Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә тантаналы осрашыу булды. Унда Рәсәй Президенты хакимиәте, Рәсәй һәм Мәскәү хөкүмәттәренән, Татарстан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе вәкиллектәренән почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика