11:23 (UTC+5), 13 Октября 2009

16 йыл элек Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы һәм Дәүләт гимны ҡабул ителде

Марина Шумилова
Башҡортостандың дәүләт флагы 1992 йылдың 25 февралендә раҫлана (тап ошо тарихи ваҡиға иҫтәлегенә 25 февраль Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө булараҡ билдәләнә). Дәүләт гербы һәм Дәүләт гимны һуңыраҡ - 1993 йылдың 12 октябрендә ҡабул ителә.
Республиканың Дәүләт гербы буйынса эш йыл ярымдан ашыу дауам итә. Проект авторҙары иҫке ҡанундарҙан оҙаҡ ваҡыт ҡотола алмай: гербтың төрлө варианттарында йә башаҡтар бәйләме, йә ураҡ менән сүкеш һүрәтләнә.
1993 йылдың 12 октябрендә БР Юғары Советы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы тураһында Закон ҡабул итә. Республика парламенты тарафынан ҡабул ителгән проектты “Китап” нәшриәте рәссамы Фазлетдин Ислахов яһай. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербында милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендә ҡалҡып килгән ҡояш фонында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләнә. Түбәндә - ҡурай тажы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы төҫөнә буялған һәм “Башҡортостан” тип яҙылған таҫма. Геральдика ҡағиҙәләре буйынса гербтарҙа аныҡ шәхесте һүрәтләргә ярамай. Әммә, Салауат Юлаевтың портреты һаҡланып ҡалмағанға күрә, һәйкәл яугир егеттең, азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшсенең дөйөмләштерелгән образын кәүҙәләндерә.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гербының төҫлө һүрәтләнешендә Салауат Юлаев һәйкәле һәм милли биҙәк - алтынһыу, ҡурай тажы – йәшел, ҡалҡып килгән ҡояш асыҡ алтынһыу төҫтә, ҡояш нурҙары - һары, һәйкәл менән биҙәк араһындағы фон - аҡ, эске һәм тышҡы түңәрәктәр ҡуйы алтынһыу төҫтә.
Ошо уҡ көндө - 12 октябрҙә республиканың Дәүләт гимны тураһында Закон ҡабул ителә. Фәрит Иҙрисовтың “Республика” тантаналы көйө Башҡортостандың дәүләт гимны булып тора.
Һәр дәүләттең дәүләт символдары уның тарихын һәм йолаларын, дәүләт сәйәсәте ҡиммәттәрен һәм өҫтөнлөктәрен сағылдыра. Башҡортостандың хәҙерге дәүләт символикаһы элеккеһе менән сағыштырғанда ошо талаптарға, һис шикһеҙ, тулыраҡ яуап бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика