Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
89.77
-0.34
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Октябрь 2009, 18:18

Константин Толкачев: Башҡортостан хәҙерге Рәсәй дәүләтселеген аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индерә

- Рәсәйҙә федерализмдың яңы этабы формалаша башлауын раҫлаусы уҙған быуаттың 90-сы йылдар ваҡиғалары республика власть мөнәсәбәттәрен урынлаштырыу йәһәтенән беҙҙең тәжрибә менән дә байыны. Был тәжрибәне хаҡлы рәүештә хәҙерге Рәсәй дәүләтселеген аяҡҡа баҫтырыуға Башҡортостандың лайыҡлы өлөшө тип иҫәпләргә мөмкин, - тине БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда “Хәҙерге шарттарҙа юридик фәнде һәм практиканы үҫтереүҙең актуаль мәсьәләләре” Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһының пленар ултырышында сығыш яһап.
Константин Толкачевтың доклады Рәсәй дәүләтселеге темаһына һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү проблемаларына арналды. Уның әйтеүенсә, хоҡуҡ нормалары, дәүләт, граждандар йәмғиәте һәм сәйәси институттар бөтә ижтимағи үҙгәртеп ҡороуҙарҙа айырыуса ҙур роль уйнай. Дөйөм алғанда, был элементтар дәүләтселектең ыңғай үҫешен билдәләй.
Дәүләтселектең мөһим элементы булып төрлө сағылышта хоҡуҡ сәйәсәте лә тора. Константин Толкачев әйтеүенсә, йәмғиәттәге тап хоҡуҡ характеры буйынса был йәмғиәттең бөтә дәүләтселеге асылы тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин. Рәсәйҙә иһә хоҡуҡ системаһы үҫешен федерацияның бөтә субъекттарының ҡатнашлығынан тыш күҙ алдына килтереп булмай, сөнки төбәктәр идараһы тәжрибәһе дәүләттең хәҙерге сәйәси-хоҡуҡи үҙгәреү процесында асыҡ сағыла.
- Әлбиттә, илебеҙҙең хоҡуҡи системаһы үҫешендә ҡайһы бер проблемалар бар, һәм Рәсәй дәүләтселегенең үҫеш процесы тамамланмаған әле, – тине БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе. – Әммә әлеге ваҡытта берҙәм хоҡуҡи майҙан булдырыу һәм Рәсәй федерализм моделен конституцион тәьмин итеү бара. Федераль үҙәк менән субъекттарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә бөтәһе лә камил түгел әле, ләкин, иң мөһиме, федераль үҙәк тә, субъекттар ҙа илдәге хәлде яҡшыртыуға ынтылышында берҙәм. Илдең федератив үҫешенә альтернативалар юҡ, һәм Рәсәйҙең киләсәге – уның федератив ҡоролошон артабан камиллаштырыуҙа.
Автор:Лиә Нәғимова
Читайте нас: