Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.64
0
98.84
0
75.99
+1.94
-28 °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Октябрь 2009, 10:56
Фирҙәүес Хисаметдинова; “Башҡорт халҡы тарихы”ның тәүге томы – Республика көнөнә беҙҙән бүләк”
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында иғлан ителеүҙең 19 йыллығы тантанаһы алдынан Мәскәүҙә, “Фән” нәшриәтендә, “Башҡорт халҡы тарихы”ның беренсе томы донъя күрҙе. Китаптың исем туйы “Башинформ” агентлығында үтте. Яңы баҫма менән күп томлы “Башҡорт халҡы тарихы”ның етәксеһе һәм баш мөхәррире, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты деканы Марат Ҡолшәрипов,баҫма етәксеһе урынбаҫары, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова һәм беренсе томдың етәксеһе, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археологик тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире Владимир Овсянников таныштырҙы.
-Фундаменталь ғилми хеҙмәт булған һигеҙ томдан торасаҡ “Башҡорт халҡы тарихы”н нәшер итеү - ул бөтә Рәсәй өсөн әһәмиәтле,- тине тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәрипов.- Был эшкә, әлбиттә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа ҡалалар ғалимдары ылыҡтырылған. Күп томлы башҡорт халҡының тарихын яҙыу проекты конкурс нигеҙендә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына тапшырылды, - тип асыҡланы филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова.
Бөтә эш Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих–филология бүлексәһе башлығында алып барыла. Авторҙар коллективы һәм редакция коллегияһына Рәсәйҙең танылған ғалимдары индерелгән. Тәүге баҫма Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың сәләмләү һүҙе менән асыла. Башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихын тәрән һәм бөтә яҡлап күрһәтеү уның киләсәк яҙмышын күҙаллау, XXI быуатта бар донъяның тиҙләтелгән глобаллешеүе шарттарында уның артабанғы үҫеш йүнәлештәрен билдәләү мөмкинселеген бирә,-тиелә унда.
Баҫманың беренсе томында Көньяҡ Уралдың боронғо осорҙағы этник мәҙәниәте күрһәтелә, палеолит осоронан башлап яңы эраның IV быуатына тиклем төбәк территорияһына тәүләп күсеп ултырыуҙар этаптары һәм йүнәлештәре анализлана.
-Башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихын сағылдырған күп томлы баҫма 2012 йылда тулыһынса нәшер ителергә планлаштырылған,- тине Фирҙәүес Хисаметдинова.- Ошондай ҡатмарлы ваҡытта финанс мәсьәләләрен тулыһынса үҙ өҫтөнә алып, мөһим ғилми проектты хуплаусы республика етәкселеге менән беҙ сикһеҙ ғорурланабыҙ. Ә бит әлегә тиклем күп милләтле Рәсәй хөкүмәтенең бер халҡының да бындай етди тарихи тикшеренеүҙәре булманы, ни бары өлкә йәки республика тарихы буйынса күп томлы хеҙмәттәре генә донья күрҙе. “Башҡорт халҡы тарихы”ның тәүге томы – Республика көнөнә беҙҙән оло бүләк!
Автор:
Марина Шумилова
Теги:
республика көнө
Читайте нас в