03:54 (UTC+5), 07 Октября 2009

Республика көнөн Өфө лазер шоуы һәм салют менән билдәләйәсәк

Марина Шумилова
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев матбуғат конференцияһында Өфөлә Республика көнөнә ҡарата киң һәм йөкмәткеле программа әҙерләнеүе хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 19 йыллығына арналған байрам саралары Өфөлә башланды ла инде. 6 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында "Башҡортостан - дуҫлыҡ ере" исеме аҫтында Өфө йәмәғәтселегенең тантаналы йыйылышы үтте. Республика йәмәғәтселеге вәкилдәренең тантаналы йыйылышы 9 октябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткәрелә.
11 октябрҙә, Республика көнөндә, тантаналар традиция буйынса Башҡортостан етәкселәренең Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуынан башланасаҡ. Был көндө Өфөнөң бөтә райондарында, майҙандарҙа һәм парктарҙа байрам саралары: фестивалдәр, концерттар, конкурстар үтәсәк. 16 сәғәттә Ленин исемендәге майҙанда "Минең республикам!" тигән йәштәр байрамы башлана, унда иң яҡшы профессиональ һәм һәүәҫкәр ижади коллективтар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, шулай уҡ "Фабрика звезд" еңеүселәренең береһе Ираклий Пирцхалава ҡатнашасаҡ.
20 сәғәт 20 минутта Өфөлә быйылғы йәштәр байрамының төп өлөшө - лазер-шоу ойоштороласаҡ. Павел Качкаев әйтеүенсә, бындай тамаша Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына үткәрелгән. Яңы тамаша- өфөлөләргә бағыусыларҙың бүләге.
Байрам көнө Ленин майҙанында һәм ӨМЭПБ Мәҙәниәт һарайы алдында салют менән тамамланасаҡ. Салют 21 сәғәт 30 минутта атыласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика