18:32 (UTC+5), 07 Октября 2009

Башҡортостан парламентының сәнәғәт комитеты ултырыш үткәрҙе

Николай Ермоленко
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты үҙ ултырышында Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға һәм 2012 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау проектын, шулай уҡ беренсе уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға бюджеты тураһында” һәм “Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға Республика мотлаҡ медицина страховкаһы фонды бюджеты тураһында” БР Закондары проекттарын ҡараны. Сәнәғәт комитеты ағзалары үҙ иҫкәрмәләрен һәм тәҡдимдәрен бюджет комитетына ебәрҙе.
Бынан тыш, дүрт закон проекты ҡаралды, уларҙы комитет ағзалары беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн БР Дәүләт Йыйылышы Президиумына ебәрҙе. Шуларҙың береһе – “Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында” БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекты менән республиканың был өлкәләге ҡануниәте федераль закондар талаптарына тап килтерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика