17:48 (UTC+5), 07 Октября 2009

Архангел районы халҡы бүләккә һыу үткәргес алды

Николай Ермоленко
Архангел районы үҙәге Архангел ауылында бөгөн йәмәғәтселектең Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышы уҙҙы. Уның эшендә БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев ҡатнашты. Бер көн элек район тормошонда үтә ҡыуаныслы ваҡиға булып үткәйне: Оҙонлар ауылында тантаналы рәүештә һыу үткәргес асылды.
Был ауыл райондың иң йәмле урынында урынлашҡан: тирә-яҡта бейек тауҙар, ҡуйы урман, эргәлә генә Инйәр йылғаһы. Ауылда заманса төҙөлгән мәктәп, фельдшер пункты, клуб, китапхана, балалар баҡсаһы бар, район үҙәге һәм башҡа ауылдар менән тоташтырған юлдар төҙөлгән.
Оҙонлар ауылында йәшәүсе халыҡ өсөн эсәр һыу әлегә тиклем төп мәсьәләләрҙән иҫәпләнә ине. Бөгөн иһә ул уңышлы хәл ителде.
Район хакимиәте башлығы Хәйҙәр Мәүликасов Оҙонлар халҡы исеменән “Водолей” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Шакир Кучаевҡа, ул етәкселек иткән коллективҡа объектты ваҡытында һәм юғары сифатлы итеп тапшырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Был йәмғиәттең иң уңған эшселәре район хакимиәтенең Хөрмәт грамоталары менән бүләкләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика