11:08 (UTC+5), 06 Октября 2009

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары наградланды

Любовь Колоколова
Традиция буйынса йыл һайын Республика көнө алдынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналист премияһы лауреаттарын наградлау үткәрелә. Бөгөн был сара сираттағы тапҡыр үткәрелде. Ул Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған яғы - Күгәрсен районының Хоҙайбирҙе ауылында үтте.
Тантаналы сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Эдуард Юлдашев, Башҡортостан Журналистар союзы вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙы биреү буйынса комиссия абруйлы республика премияһының 2009 йылғы өс лауреатын билдәләне. Улар - Башҡорт дәүләт университетының дөйөм физика кафедраһы доценты Юрий Ергин, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Таһир Ишкинин һәм "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы радиожурналисы Флүрә Солтанова.
Юрий Ергин - БР мәҙәниәте һәм мәғарифы тарихы буйынса мәҡәләләре, Таһир Ишкинин - "Киске Өфө" гәзитендәге "Аҙна шаңдауы" рубрикаһы аҫтында баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре, Флүрә Солтанова "Ватандаштар", "Йәдкәр" радиотапшырыуҙары һәм "Алыҫ араларҙы яҡынайтып" телепрограммалары өсөн лауреат исеменә лайыҡ булды.
Журналист премияһы лауреаттарына наградаларҙы комиссия рәйесе Илдус Илешев тапшырҙы. Ул танылған авторҙарҙы ихлас ҡотланы һәм уларға яңы ижади уңыштар теләне.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика