13:01 (UTC+5), 05 Октября 2009

Предприятиелар ышаныс сертификаты өсөн көрәшә

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостандың һигеҙ эш биреүсеһе "Хеҙмәткәрҙәрҙең һәм эш биреүселәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын бойомға ашырыу буйынса предприятиеларҙың эшмәкәрлеген декларациялау" проектында ҡатнашыуға заявка бирҙе. Ул "Эш биреүсегә ышаныс сертификаты" алыу мөмкинлеге бирә.
Проектта башлыса химия тармағы предприятиелары ҡатнаша. Улар - "Полиэф", "Синтез-Каучук" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, "Сода", "Мәләүез минераль ашламалары", "Технолог" фәнни-производство берекмәһе" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре. Шулай уҡ "Энергоавтоматика" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән, "БР Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге" федераль дәүләт предприятиеһынан һәм Мишкә районының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһынан заявкалар килде.
Бындай сертификат алыу эш биреүселәргә хеҙмәт хоҡуғы мәсьәләләре буйынса консультация алыу, эш биреүсенең үтенесе буйынса ғына хеҙмәт закондары күҙәтелеүен планлы тикшереү үткәреүҙе гарантиялай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика