11:46 (UTC+5), 30 Сентября 2009

Октябрҙә нисек ял итәбеҙ?

"Башинформ".
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, профессиональ байрамдар һәм башҡа даталар тураһында" БР Законына ярашлы, республика биләмәһендә 11 октябрь - Республика көнө - Башҡортостан Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеү көнө байрам көнө булып тора.
2009 йылда Республика көнө байрамы аҙнаның ял көнөнә - йәкшәмбегә тура килә. "Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, профессиональ байрамдар һәм башҡа даталар тураһында" БР Законының 1-се статьяһы 3-сө пунктына ярашлы, ял һәм байрам көндәре тап килгәндә ял көнө байрам көнөнән һуңғы эш көнөнә күсерелә.
Тимәк, 11 октябрь йәкшәмбенән ял көнө 12 октябрь дүшәмбегә күсерелә. 9 октябрь йома көндө эш оҙайлылығы ҡыҫҡартылмай.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостан Республикаһында байрам көндәре менән бәйле 2009 йылдың 10, 11 һәм 12 октябре ял көндәре булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика