17:43 (UTC+5), 30 Сентября 2009

Бөгөн участка һайлау комиссияларында алдан тауыш биреү башлана

30 сентябрҙән 3 октябргә тиклем ниндәйҙер сәбәп арҡаһында 4 октябрҙә һайлау участкаһына килә алмаясаҡ һайлаусылар ваҡытынан алда участка һайлау комиссияларында тауыш бирә ала.
Быйылғы һайлау компанияһы сиктәрендә Башҡортостанда алдан тауыш биреү 18 сентябрҙә башланды һәм әлегә тиклем территориаль һайлау комиссияларында барҙы, хәҙер ул участка һайлау комиссияларына күсерелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 11 октябрҙә Республика көнөн байрам итеү менән бәйле, һайлауҙар Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда бер аҙна алдараҡ үтәсәк. 4 октябрҙә - берҙәм тауыш биреү көнөндә беҙҙә төрлө кимәлдәге урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 86 һайлау кампанияһы үтәсәк. Белорет ҡалаһы һәм Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәләрендә - ҡала биләмәләре Советтары депутаттарын һайлау, райондарҙа төрлө кимәлдәге Советтар депутаттарын өҫтәмә һәм ҡабаттан һайлау үткәреләсәк. Дөйөм алғанда, һайлауҙар 31 муниципаль районда үтәсәк, һайлаусылар исемлегендә - 120 меңдән ашыу кеше. Тауыш биреү үткәреү өсөн 180 һайлау участкаһы төҙөлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика