12:39 (UTC+5), 28 Сентября 2009

"Рәсәйҙең йәш белгестәре" ойошмаһы төҙөлә

Марина Шумилова
1 октябрҙә Тулала, Фән һәм техника йортонда, Рәсәйҙең йәш белгестәре Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының ойоштороу съезы үтәсәк. Унда Федерация Советы рәйесе, "Ғәҙел Рәсәй" сәйәси партияһы лидеры Сергей Миронов, Дәүләт Думаһы депутаттары, илдең 80 төбәгенән йәштәр йәмәғәт ойошмалары активистары ҡатнашасаҡ. Башҡортостандан был форумға БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының Йәмәғәт берекмәләре һәм милли сәйәсәт мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Искәндәр Юлдашев барасаҡ.
Съезды ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тәүге тапҡыр Рәсәйҙә социал-демократик ҡарашлы йәштәрҙе берләштереүҙе үҙ бурысы итеп ҡуйған йәмәғәт ойошмаһы төҙөлә. Мөмкинлектәр тигеҙлеге - Рәсәйҙең уңышлы киләсәге нигеҙе. Юҡһа, күп йәш кешеләр бөгөн ғәҙелһеҙлек менән бәрелешә: уларҙың мөмкинлектәре һәм перспективалары эш һөйөүсәнлегенә һәм талантына түгел, ә, башлыса, йәшәгән урынына, социаль сығышына, аҡсаһы булыу-булмауға бәйләнгән. Яңы йәмәғәт ойошмаһы тап уларҙың мәнфәғәттәрен яҡларға йыйына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика