11:48 (UTC+5), 25 Сентябрь 2009

Фин-уғыр халыҡтарының VI съезы бара

Николай Ермоленко
24 сентябрҙә Мордовия баш ҡалаһында Рәсәйҙең фин-уғыр халыҡтарының VI съезы башланды, унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Мордва милли драма театрында Рәсәй фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһының башҡарма комитеты ултырышы үтте, тип хәбәр итә "Инфо-РМ" Рәсәй мәғлүмәт агентлығы.
Съездың пленар ултырышы бөгөн, 25 сентябрҙә, үткәрелә. Ул 26 сентябргә тиклем барасаҡ. Һәр көнгә ойоштороусылар йөкмәткеле тығыҙ программа әҙерләгән.
Съезда ҡатнашыусыларға Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота мөрәжәғәт итте. Ул, Волга буйы федераль округында ике миллион самаһы фин-уғырҙар: мордва, мари, удмурт, коми-пермяктар йәшәй, тип билдәләне. Шуға күрә лә Рәсәйҙең фин-уғыр халыҡтары съезы тотош Рәсәй Федерацияһы өсөн генә түгел, Волга буйы федераль округы өсөн дә мөһим ваҡиға булып тора. "Был ваҡиға Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә фин-уғыр халыҡтары үҙҙәренең мәҙәни үҙенсәлеклеген һаҡлауын һәм үҫтереүен, Рәсәйҙең быуаттар буйына килгән туғандаш халыҡтар союзының тулы хоҡуҡлы ағзалары булып тороуын тағы бер тапҡыр раҫлай", - тип билдәләне тулы хоҡуҡлы вәкил.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика