17:54 (UTC+5), 25 Сентябрь 2009

2010 йылғы һайлауҙарға әҙерлек башланды

Мәүлиҙә Яҡупова
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының сираттағы ултырышында күп кенә мөһим мәсьәләләр ҡаралды. 2009-2010 уҡыу йылында өлкән клас уҡыусыларының "Мин - һайлаусы" унынсы республика конкурсын үткәреү тураһында БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Валерий Гета хәбәр итте. 2010 йылда Территориаль һайлау комиссияларын ойоштороу буйынса саралар комплексын раҫлау тураһында БР Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Елена Родина һөйләне. Ә БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Рөстәм Бикмәтов, Нурфаяз Шәймәрҙәнов һәм Евгений Былин Территориаль һайлау комиссияларында эш башҡарыу буйынса инструкция, Ишембай һәм Бөрө райондарының территориаль һайлау комиссияларындағы үҙгәрештәр хаҡында бәйән итте.
Ултырыш башланыр алдынан БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәзитов Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе, "Газ-Сервис" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең "Өфөгаз" филиалы директоры Ирек Ниғмәтуллинға БР Үҙәк һайлау комиссияһының Почет грамотаһын тапшырҙы һәм уға уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика