71.06
+0.09
82.62
-0.07
85.01
-0.81
0 °C
Снег
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Сентябрь 2009, 17:47

Мортаза Рәхимов "Рәсәй һәм Ислам донъяһы" конференцияһында ҡатнаша

24 сентябрҙә Мәскәүҙә Союздар йортоноң Колонналар залында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов "Рәсәй һәм Ислам донъяһы: тотороҡлолоҡ хаҡына партнерлыҡ" Халыҡ-ара конференцияһы эшендә ҡатнаша.
Конференция Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев хуплауында һәм РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы, Ислам Конференцияһы Ойошмаһы яҡлауында үтә.
Форум Рәсәйҙең мосолман донъяһы илдәре менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлеген киңәйтеү маҡсатында үткәрелә.
Конференцияла Рәсәй Президенты Хакимиәте вәкилдәре, Рәсәй төбәктәре башлыҡтары, Ислам халыҡ-ара һәм Рәсәй ойошмалары, фәнни даирәләр вәкилдәре, 40-тан ашыу илдән йәмәғәт һәм дини эшмәкәрҙәр ҡатнаша.
Автор:БР Президенты матбуғат хеҙмәте