11:43 (UTC+5), 24 Сентября 2009

Болгарияның рәсми делегацияһы килде

Эльвира Латипова
Бөгөн Өфөгә Болгария Республикаһының рәсми делегацияһы танышыу сәфәре менән килде. Делегация составында - Болгарияның дәүләт власы органдары етәкселәре, ҙур ҡалалары башлыҡтары, ғалимдар һәм йәмәғәтселек вәкилдәре.
Сәфәрҙең төп маҡсаты - "Дөйөм Европа йорто тураһындағы идея контексында Болгария менән Рәсәй араһында төбәк-ара хеҙмәттәшлек" түңәрәк өҫтәлендә ҡатнашыу. Был "Рәсәйҙә Болгария йылы" саралары программаһының бер өлөшө.
Делегация Башҡортостанда өс көн буласаҡ. Бөгөн, 24 сентябрҙә, Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенә, "Алексеевка" совхозына, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә, Авиация технологиялары технопаркына һәм Өфө дәүләт нефть техник университетына барыу планлаштырылған.
25 сентябрҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдән һуң делегация Стәрлетамаҡҡа юл тотасаҡ. Ҡунаҡтар ҡаланың сәнәғәт предприятиеларында булырға, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районының ҙур ауыл хужалығы етештереүсеһе - "Рощинский" совхозы" дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының эше менән танышырға ниәтләй. Кисен Өфөлә болгар делегацияһы Аксаков балында ҡатнашасаҡ.
Шәмбегә республика етәкселеге менән рәсми осрашыу билдәләнгән, унан һуң ҡунаҡтар Нефтекамаға барасаҡ.
Был сәфәр Болгария менән Башҡортостан араһында иҡтисад, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика