18:20 (UTC+5), 23 Сентября 2009

Латвия башҡорттары ҡоролтайы М.Ғ. Рәхимовҡа рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә "Латвия башҡорттары ҡоролтайы" берекмәһе рәйесе урынбаҫары Финат Ғәзизовтан хат килде. Ул "Салауат Юлаев"тың бөтә көйәрмәндәрен Ҡитғалар хоккей лигаһының яңы миҙгеле башланыу менән ҡотлаған.
"Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Беҙ Һеҙҙең "Салауат Юлаев" хоккей командаһының көйәрмәне булыуығыҙҙы һәм Өфөләге яңы хоккей аренаһында барған матчтарға йыш йөрөүегеҙҙе беләбеҙ. Һеҙгә спортҡа ярҙам иткәнегеҙ һәм Башҡортостанда физик культураны һәм спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
11 сентябрҙә Рига аэропортында беҙ Өфөнән баш тренер Вячеслав Быков һәм хоккей командаһының генераль директоры Вадим Рыбинский етәкселегендәге "Салауат Юлаев" уйынсылары менән рейсты ҡаршы алдыҡ. Беҙ яҡташтарыбыҙҙы Башҡортостандың милли флагы, башҡорт балы, сәк-сәк менән ҡаршыланыҡ. Спортсылар аптырап ҡалды һәм ҡыуанды. Башҡорт диаспораһы вәкилдәре менән осрашыу ваҡытында спортсылар үҙ автографтары менән "Салауат Юлаев" командаһының спорт формаһын бүләк итте. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, сувенирҙар тапшырҙыҡ һәм хоккей лигаһы уйындарында уңыштар теләнек", - тиелә хатта.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика