18:16 (UTC+5), 23 Сентября 2009

Дәүләт Думаһы һайлау закондары буйынса комиссия төҙөйәсәк

Марина Шумилова
Дәүләт Думаһы Рәйесе Борис Грызлов, Дәүләт Думаһы яҡын араларҙа һайлауҙар һәм референдумдар әҙерләгәндә һәм үткәргәндә РФ һайлау закондарын ҡулланыу практикаһын өйрәнеү буйынса парламент комиссияһын төҙөйәсәк, тип хәбәр итте.
Спикер ҡушыуынса комиссия ойоштороу буйынса тәҡдимдәрҙе Конституция закондары һәм дәүләт ҡоролошо буйынса комитет эшкәрткән. Был оппозиция фракциялары - КПРФ һәм ЛДПР - вәкилдәре 11 октябрҙәге һайлауҙар алдынан Рәсәйҙең ҡайһы бер субъекттарында һайлау кампанияларын ойоштороу һәм үткәреү айҡанлы дәғүәләр белдергәндән һуң шулай ҡарар ителгән.
Борис Грызлов, "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы ағзаһы Николай Гончар етәкселегендәге бындай комиссия Дәүләт Думаһының уҙған саҡырылышында һөҙөмтәле эшләне, шуға күрә ҡайтанан ошо депутат кандидатураһын тәҡдим итеү маҡсатҡа ярашлы булыр, тип ҡарар итте. Комиссия составына 10-11 депутат инәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика