12:17 (UTC+5), 22 Сентября 2009

Мортаза Рәхимов Әлшәй районына барып ҡайтты

Ольга Горюнова
21 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Әлшәй районына барып ҡайтты. Республика башлығы райондың социаль-иҡтисади үҫеше менән танышыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
Ғәйнәямаҡ ауылында Мортаза Рәхимов дөйөм белем биреү мәктәбен реконструкциялау барышы менән танышты. Объектты тулыһынса капиталь ремонтлауға 25-30 миллион һум аҡса талап ителәсәк. Мәктәп коллективы менән әңгәмә ваҡытында төбәк башлығы, мәктәпте реконструкциялауҙы финанслау менән проблемалар булмаясаҡ, тип вәғәҙә итте. Яңыртылған мәктәпте яңы йылға файҙаланыуға тапшырырға планлаштырылған. Ремонт ваҡытында балалар ауыл Мәҙәниәт йортонда ике сменала уҡый.
Тавричанка ауылында Башҡортостан Президенты ауыл участка дауаханаһы бинаһын ҡараны. Унда ремонт эштәре тамамланып килә. Медицина учреждениеһы туғыҙ ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Уны реконструкциялауға 13 миллион һум аҡса тотонолған. Бында электр селтәрҙәре системаһы алмаштырылған, һыу үткәргес һәм йылылыҡ трассаһы ремонтланған, заманса медицина ҡорамалдары, мебель һатып алынған. Беренсе ҡатта - участка табиптары һәм белгестәр кабинеттары, икенсе ҡатта 12 койкалыҡ амбулатория урынлашҡан.
Әлшәй районының Линда һәм Ҡырым ауылдары эргәһендә ҡошсолоҡ комплексы урынлашҡан. Мортаза Рәхимов "Башҡортостан бройлеры" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең беренсе сиратын төҙөү өсөн бүленгән майҙанда булды. Проект буйынса йылына 28 миллион дана инкубатор йомортҡаһы етештереү буйынса инкубатор, бройлер фермалары, йылына 45 мең тоннаға тиклем ҡош ите етештерәсәк цех төҙөләсәк. Ҡошсолоҡ селекцияһы һәм технологиялары буйынса донъя стандарттарына яуап биреүсе комплекс төҙөүгә һәм уны сафҡа индереүгә 1,8 миллиард һум самаһы аҡса инвестицияланасаҡ. 2010 йыл дауамында 25 миллион дана себеш етештереүгә иҫәпләнгән яңы инкубаторҙы файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика