11:56 (UTC+5), 18 Сентября 2009

Өфө Аксаков көндәренә әҙерләнә

Евгений Рәхимҡолов
Республика баш ҡалаһы ХIХ Халыҡ-ара Аксаков байрамын үткәреүгә әҙерләнә. Был ваҡиға айҡанлы төп саралар 21 сентябрҙән 27-һенә тиклем Өфөлә, Бәләбәй һәм Өфө райондарында үтәсәк.
Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл байрамға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҙур делегациялар килеүе көтөлә. Болгариянан айырыуса күп ҡунаҡтар (40-ҡа яҡын кеше) килергә тейеш. Байрамға шулай уҡ Аксаковтар нәҫеле вәкилдәре - Татьяна Кулешова-Аксакова һәм Андрей Аксаков, "Аксаковтар: ғаилә хроникалары" фильмы авторҙары Алексей Кулешов һәм Игорь Калядин, летчик-космонавт, Германиялағы Ағалы-энеле Гриммдар музейы директоры Бернард Лауер һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар килергә йыйына.
Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарары менән Сергей Аксаковтың тыуған көнөнә ҡарата саралар планы раҫланған. Мәҫәлән, 21 сентябрҙән 25-енә тиклем Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының "АCADEMIA" галереяһында яҙыусының ижадына арналған студенттар эштәре күргәҙмәһе үтәсәк. 22 сентябрҙә ошонда уҡ 15 сәғәттә студенттарҙың әҙәби кисәһе үткәрелә.
24 сентябрҙә 18 сәғәттә "Родина" кинотеатрында "Культура" телеканалының "Аксаковтар: ғаилә хроникалары" документаль телевизион фильмын презентациялау үткәреләсәк.
25 сентябрҙә 19 сәғәттә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының Сергей Аксаков исемендәге премияларын тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Бүләктәрҙе тапшырғас, ошонда уҡ Аксаков балы башланасаҡ.
Өфөлә башланған Аксаков көндәрен "Надеждино" Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәгендә (Бәләбәй районының Надеждино ауылы), Бәләбәй ҡалаһында һәм Өфө районының Зубово ауылында саралар дауам итәсәк, улар 27 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика