12:21 (UTC+5), 16 Сентября 2009

"Рәсәй һәм ислам донъяһы" конференцияһына делегация барасаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостандан делегация "Рәсәй һәм ислам донъяһы: тотороҡлолоҡ хаҡына партнерлыҡ" халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашасаҡ. Был турала БР мосолмандарының Диниә назараты башлығы мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин хәбәр итте.
- Бындай конференциялар йыл һайын үткәрелә, - тине Нурмөхәмәт хәҙрәт, - уларҙа бөтә Рәсәйҙән генә түгел, шулай уҡ күп кенә ислам дәүләттәренән сәйәси һәм дини лидерҙар ҡатнаша. Шулай итеп, был беҙҙең өсөн төрлө халыҡтар араһында һөҙөмтәле диалог алып барыу мөмкинлеге лә.
Конференция Рәсәй позицияларын нығытыуға, халыҡ-ара аренала тыныслыҡҡа һәм тотороҡлолоҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Президент Дмитрий Медведев бындай сараларға ҙур иғтибар бирә. Уның фекеренсә, илебеҙҙең дини лидерҙары сит илдәрҙә тыныслыҡ илсеһе булып хеҙмәт итергә, башҡа халыҡтарҙы Рәсәй төбәктәренең мәҙәниәте һәм иҡтисады менән таныштырырға тейеш.
Конференция 24 сентябрҙә Мәскәүҙә Союздар йортоноң Колонналар залында үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика