12:41 (UTC+5), 15 Сентября 2009

24 грант алыусы донъяның алдынғы белем биреү учреждениеларына китәсәк

Эльмира Сабирова
Тиҙҙән Башҡортостандан йәш белгестәр сит илдәргә стажировкаға китәсәк. Былтыр БР Президенты 2008-2012 йылдарҙа кадрҙарҙың сит илдәрҙә әҙерлек үтеүе һәм белемдәрен камиллаштырыуы буйынса республика маҡсатлы программаһын ҡабул итеү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны.
Программа яҡындағы дүрт йылға иҫәпләнгән. Был проектҡа махсус хөкүмәт комиссияһы етәкселек итә, уның бурыстары - юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың халыҡ-ара эшмәкәрлеген алып барыу, унда ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр банкын булдырыу, БР юғары уҡыу йорттарында һәм фәнни учреждениеларында семинарҙар, мастер-кластар үткәреү, лекциялар уҡыу өсөн сит илдәрҙән ғалимдар, уҡытыусылар саҡырыу.
Быйыл сит илдә уҡыуға 30 кеше грант аласаҡ. 14 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев 24 грант алыусы менән осрашты.
Йәштәр менән аралашыу барышында Раил Салих улы илдә һәм республикала барған хәлдәргә етди анализ бирҙе. Осрашыу аҙағында Премьер-министр грант алыусыларҙы ихлас ҡотлап, уларға арымай-талмай белемгә эйә булыуҙарын, тормош тәжрибәһе туплауҙарын, рухи яҡтан үҫешеүҙәрен һәм билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн алға ынтылыуҙарын теләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика