12:18 (UTC+5), 10 Сентября 2009

Мәҙрәсәлә республиканың иң яҡшы кулинарҙары ярышасаҡ

Евгений Рәхимҡолов
БР мосолмандары Диниә назаратының Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәһендә мосолмандарҙың милли аш-һыуҙары конкурсы үткәреләсәк. Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһы кулинарҙары ассоциацияһы һәм "БР йәмәғәт туҡланыуы уҡыу-курс комбинаты" дәүләт унитар предприятиеһы.
Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәнән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс Ураҙа ғәйете алдынан, Башҡортостандың Ислам динен тотоусы халыҡтарының туҡланыу мәҙәнилеген популярлаштырыу һәм милли йолаларын яҡлау өсөн үткәрелә. Конкурста ҡатнашыуға республиканың төрлө милекселек формаһындағы йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, шулай уҡ шәхси кешеләр саҡырыла.
Кулинарҙар конкурсҡа ҡуясаҡ бөтә аш-һыуҙар алкоголь һәм сусҡа итен ҡулланмайынса, мосолман йолаларына ярашлы әҙерләнергә тейеш.
Конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү Ураҙа ғәйетен байрам иткән көндәрҙә үткәреләсәк. Жюри составына БР Кулинарҙар ассоциацияһының вице-президенты Людмила Еникеева, шулай уҡ республиканың йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары етәкселәре һәм билдәле кулинарҙар инә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика