Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.43
+0.29
101.51
+0.23
72.3
-1.4
20+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Сентябрь 2009, 18:14

Бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде

РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, РФ финанс министры Алексей Кудрин менән БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың Мәскәүҙә үткән эшлекле осрашыуында бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Рәсәй закондарындағы яңылыҡтар төбәк бюджеттарының табышлы өлөшөн байтаҡҡа кәметте һәм улар өсөн өҫтәмә финанс йөкләмәләре индерҙе. Шуға күрә бюджет-ара мөнәсәбәттәр тикшерелгән мәсьәләләр исемлегендә төп урынды биләне. Осрашыу барышында, яҡын арала республика бюджетының 2010 йылға килемле һәм сығымлы өлөштәрен иҫәпләп сығарыу параметрҙары аныҡланасаҡ, тип билдәләнде.
Мәскәүҙә дәүләттең социаль мөһим йөкләмәләрен финанслау, шул иҫәптән ауыл педагогтарына коммуналь хеҙмәтләндереүҙәрҙең бер өлөшөн компенсациялау мәсьәләләре айырым тикшерелде. Уларға социаль ярҙам сараларын киңәйтеү коммуналь хеҙмәтләндереүҙәрҙең бер өлөшөн айлыҡ компенсациялауҙы 4,5 тапҡырға - 182 һумдан 821 һумға тиклем арттырыуға килтерҙе. Үҙ сиратында, республиканың был йүнәлеште финанслауға йыллыҡ талаптары күләме лә үҙгәрә.
Осрашыу барышында ҡоролоҡ эҙемтәләре лә тикшерелде, республикала 652,6 мең гектар майҙандағы сәсеүлектәр ҡоролоҡтан зыян күрҙе, ә зыяндың дөйөм суммаһы 7,4 миллиард һум тәшкил итте.
Республика Хөкүмәте 250 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтте. Ләкин был аҡса ғына аҙ, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр күргән зыяндың бер өлөшөн ҡаплауға 2 миллиард һумдан ашыу күләмендә бюджет кредиты бүлеү талап ителә.
Автор:Михаил Сытин
Читайте нас: