11:27 (UTC+5), 29 Июля 2009

Көнбайыш райондарҙа урып йыйыу кампанияһы башланды

Булат Юлбарисов
БР Президенты Мортаза Рәхимов 28 июлдә эш сәфәре менән Шишмә, Туймазы, Благовар һәм Бүздәк райондарында йөрөп ҡайтты. Республика башлығы башлыса иҡтисадтың аграр секторын үҫтереү менән бәйле мәсьәләләргә туҡталды - ул ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү буйынса предприятиеларҙа булды.
Республика башлығы урып йыйыу кампанияһын башлау мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлде. Хужалыҡтарҙың күбеһендә ужым арышын урып йыйыуға төшкәндәр. Ураҡ осороноң тәүге көндәре быйылғы йәйге ҡоролоҡ шарттарында уңышты күҙалларға мөмкинлек бирҙе.
Шишмә районының Салауат исемендәге агрофирмаһында "Сулпан-7" сортлы ужым арышы сәсеүлектәре быйыл гектарынан 25-30 центнер уңыш бирә. Игенселәр уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырыша.
Мортаза Рәхимовҡа яңы "Башҡорт-10" сорты бойҙайы сәселгән баҫыуҙы күрһәттеләр. Был үҙебеҙҙә сығарылған ужым сорты бойҙайы. Ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов һөйләүенсә, был бөтә яҡтан да яҡшы сорт булып тора - уңыш гектарынан 40 центнерға етә, етмәһә, үҫемлек төбәктең климат шарттарына ҡулайлашҡан. Мортаза Рәхимов, был сорт һынауҙарҙы уңышлы үткәс, уны производствоға индерергә кәрәк, тип билдәләне.
Благовар районы аграрийҙары ужым арышы һәм шәкәр сөгөлдөрөнән яҡшы уңыш үҫтереп алған.
Заманса техника игенселәргә ҙур ярҙам булып тора. Бөтөн хужалыҡтарҙа ла тиерлек ватан һәм сит ил комбайндары һәм сапҡыстары эшләй. Бүздәктә ужым арышы уңышы юғары.
Туймазы районының "Нерал-Матрикс" һәм "Ҡуш-бүләк" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә лә ужым арышын урып йыйыу башланған. Быйылғы һауа шарттарын иҫәпкә алғанда, уңыш ике хужалыҡта ла ярайһы уҡ яҡшы - гектарынан 25 центнер кимәлендә.
Мортаза Рәхимов ҡошсолоҡто, көнбағыш майы етештереүҙе үҫтереү мәсьәләләре менән дә ҡыҙыҡһынды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика