Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Июнь 2009, 18:59

Силәбелә һабантуй үтте

Силәбелә Юрий Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында милли-мәҙәни байрам - һабантуй үтте.
Силәбеләр һәм байрам ҡунаҡтары алдында Башҡортостан Республикаһының Учалы районынан артистар сығыш яһаны. Улар дәртле бейеүҙәр һәм күңелле йырҙар башҡарҙы.
Һабантуйҙа БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ҡоҙаҡаев етәкселегендәге рәсми делегация ҡатнашты.
Байрамда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов тәбрикләү хаты ебәрҙе. Һабантуй - ул бөтә халыҡтарҙың дөйөм байрамы, тип билдәләне Мортаза Рәхимов. Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһы араһында ике төбәк халҡының дуҫлығына һәм үҙ-ара аңлашып йәшәүенә нигеҙләнгән ныҡлы сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни бәйләнештәр булдырылған. "Башҡорттар хәҙерге Силәбе өлкәһе территорияһында борон-борондан йәшәй. Өлкә етәкселеге аҡыллы сәйәсәт алып барыу һөҙөмтәһендә башҡорттар туған телен өйрәнеү мөмкинлегенә эйә. Башҡорт милли сәнғәтенә ярҙам итеү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм традицияларҙы, милли мәғарифты һәм матбуғатты һаҡлау йүнәлешендә күп эшләнә", - тиелә Башҡортостан башлығы ҡотлауында.
Теләүселәрҙең барыһы ла һабантуй өсөн традицион көрәш, тоҡ менән һуғышыу, гер күтәреү, бағанаға үрмәләү ярыштарында ҡатнаша алды. Байрам ҡунаҡтары башҡорт милли аш-һыуын да тәмләп ҡараны. Һабантуй аҙағында йәштәр өсөн дискотека ойошторолдо.
Автор:Булат Юлбарисов
Читайте нас: