Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Июнь 2009, 18:40

Мортаза Рәхимов Совет ултырышында ҡатнашты

26 июндә Ульяновскиҙа Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота рәйеслегендә үткән Совет ултырышында Волга буйы төбәктәрендә төҙөлөш тармағындағы хәл һәм көрсөк шарттарында уға булышлыҡ итеү буйынса саралар тикшерелде.
Григорий Рапота билдәләүенсә, донъя көрсөгө эҙемтәләре арҡаһында 2009 йылдың биш айында төҙөлөш тармағында эштәр күләменең 27,6 процентҡа түбәнәйеүе теркәлгән, ә көрсөккә тиклем - 2008 йылдың ғинуар-сентябрендә 17 процентҡа үҫеш билдәләнгән. Көрсөккә ҡаршы саралар күрелмәһә, түбән тәгәрәү дауам итәсәк, тип билдәләне тулы хоҡуҡлы вәкил.
Биш ай эсендә Волга буйы федераль округында 3,5 миллион квадрат метрлыҡ торлаҡ, йәғни 2008 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 109,4 процент, сафҡа индерелгән. Волга буйы федераль округында төҙөлөш комплексын үҫтереү стратегияһында аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе тип әйтелде. Ултырышта билдәләнеүенсә, аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан Республикаһы тәжрибәһе юғары баһаға лайыҡ.
Округ Советы ултырышында шулай уҡ Волга буйы федераль округында дәүләт граждан хеҙмәтен реформалау һәм үҫтереү барышы, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына әҙерлек һәм уны байрам итеү буйынса сараларҙың йыйылма округ планы, РТС фонд биржаһы эшмәкәрлеге перспективалары ҡаралды.
Ошо уҡ көндө Президент Өфөгә әйләнеп ҡайтты. Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың эш сәфәрендә төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин ҡатнашты.
Автор:БР Президенты матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: