12:53 (UTC+5), 29 Июня 2009

Астана һабан байрамын билдәләне

Марина Шумилова
Ҡаҙағстан баш ҡалаһы - Астана һабан байрамын билдәләне. Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһы көнөнә, шулай уҡ Астананың "ТАҢ" Татар-башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең 15 йыллығына арналған ҡала һабантуйы Ҡаҙағстандағы Башҡортостан һәм Татарстан вәкиллектәре ярҙамында һәм әүҙем ҡатнашлығында уҙҙы.
Һабантуйҙы ойоштороусы - Астананың "ТАҢ" татар-башҡорт милли-мәҙәни үҙәге татар-башҡорт диаспораһы өсөн генә түгел, "Жастар" Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға йыйылған Ҡаҙағстан баш ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн дә матур байрам әҙерләгән. "ТАҢ"ды 15 йыллығы менән ҡотларға Астананың бөтә: ҡаҙаҡ, урыҫ, украин, корей, уйғыр, чечен-ингуш һәм башҡа милли-мәҙәни үҙәктәре килгән. Һәр милли-мәҙәни үҙәктән милли кейемдәрҙәге делегациялар матур концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Һабантуйҙың күп һанлы ҡунаҡтары дәртле милли көйгә бейергә төшөп китте, төрлө халыҡ уйындарында һәм спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашты, милли аш-һыуҙан ауыҙ итте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика