Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
96.06
+1.19
105.31
+0.56
79.41
-1.52
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Июнь 2009, 18:10

Вьетнам мәҙәниәте көндәрендә ҙур ижади делегация ҡатнашасаҡ

6 июлдә Өфөлә Башҡортостанда Вьетнам Социалистик Республикаһының мәҙәниәт көндәре башланасаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн Вьетнамдан 30 артист киләсәк, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфөләге вәкиллегенән.
Рәсми делегацияға ВСР-ҙың мәҙәниәт, спорт һәм туризм министры урынбаҫары Чан Чиен Тханг етәкселек итәсәк. Вьетнам мәҙәниәте көндәре айҡанлы Ҡала мәҙәниәт һарайында ҙур концерт үтәсәк.
Рәсми делегация Башҡортостан Республикаһы етәкселеге менән осрашыуҙар үткәрәсәк, тип көтөлә. Өфөнөң иҫтәлекле урындарына һәм ҡаланың мәҙәниәт учреждениеларына барыу планлаштырылған.
Автор:Булат Юлбарисов
Читайте нас: