11:56 (UTC+5), 26 Июня 2009

Президент ҡотлау ебәрҙе

IMPORT Сервисный
25-27 июндә Балаҡатай районының Ямаш ауылында Төбәк-ара урыҫ йыры һәм таҡмаҡтары байрамы үтә. Унда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ҡотлау ебәрҙе:
"Ҡәҙерле дуҫтар!
IХ Төбәк-ара урыҫ йыры һәм таҡмаҡтары байрамында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ихлас тәбрикләйем! Был матур байрам йыл һайын Башҡортостандың барлыҡ мөйөштәренән, күп кенә күрше төбәктәрҙән һәүәҫкәр артистарҙы, халыҡтың рухи мираҫын һөйөүселәрҙе һәм дауам итеүселәрҙе йәлеп итә.
Беҙҙең республика - йөҙҙән артыҡ милләт вәкилдәренең тыуған йорто. Бында башҡорттарҙың, урыҫтарҙың, татарҙарҙың, мариҙарҙың, сыуаштарҙың, удмурттарҙың һәм Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың телен һәм мәҙәниәтен, мәғарифын һәм матбуғатын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм ижадын үҫтереү өсөн барыһы ла эшләнә. Күптән түгел Өфөлә үткән Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһының II съезында быға айырыуса баҫым яһалды.
Халыҡ күпләп ҡатнашҡан байрамдар, милли мәҙәниәттәр фестивалдәре һәм конкурстары - Салауат Юлаев көндәре, Халыҡ-ара Аксаков байрамы, Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре, "Дуҫлыҡ моңо" башҡорт һәм татар йырҙары, "Самоцветы Прикамья" фин-уғыр халыҡтары мәҙәниәте һәм сәнғәте фестивалдәре, "Берҙәмлек-Содружество" төбәк-ара фестивале һәм башҡалар тормошобоҙҙа әһәмиәтле урын биләй.
Был уңайҙан һеҙҙең матур байрамығыҙҙың да әһәмиәте ҙур. Бөйөк урыҫ мәҙәниәте быуаттар дауамында уртаҡ тормош алып барыу һөҙөмтәһендә Рәсәй халыҡтарының барыһына ла яҡын һәм үҙ. Шуға күрә беҙ Башҡортостанда был башланғысты һәр яҡлап хуплайбыҙ һәм халыҡ йыр сәнғәтен һаҡлаған, пропагандалаған һәм яңыртҡан өсөн тәрән рәхмәт белдерәбеҙ.
Еребеҙҙә һәр ваҡыт башҡа халыҡтар көйҙәре менән ҡушылып, иҫ киткес симфонияға әүерелеүсе ихлас урыҫ йырҙары һәм шаян таҡмаҡтар яңғыраһын! Байрамда ҡатнашыусыларҙың таланты һәм ижады артабан да Башҡортостаныбыҙҙың һәм Ватаныбыҙҙың рухи байыуына хеҙмәт итһен!
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, яңы ижади уңыштар теләйем!"
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика