12:05 (UTC+5), 26 Июня 2009

Ассамблея Советының етәксе органдары һайланды

Булат Юлбарисов
Башҡортостан Республикаһы халыҡтары Ассамблеяһы Советы ултырышында президиум, рәйес урынбаҫарҙары һайланды. Ассамблея Советы башҡарма комитеты, комитеттар ойошторолдо һәм уларҙың персональ составы раҫланды. Ассамблея Советы президиумына 15 кеше - Башҡортостан Республикаһының милли-мәҙәни ойошмалары етәкселәре, фәнни һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инде. Ултырышта Ассамблея рәйесенең өс урынбаҫары һайланды: БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Вельмир Азнаев, Башҡортостан урыҫтары Соборы башҡарма комитеты рәйесе Владимир Самородов, "Ватаным" Башҡортостан татарҙары ойошмаһы президенты Раил Әсәҙуллин.
Ултырышта ҡатнашыусылар Ассамблея Советы башҡарма комитеты функцияларын "БР Халыҡтар дуҫлығы йорто" дәүләт учреждениеһына йөкмәтергә ҡарар итте. Ассамблея Советы ҡарары менән биш комитет ойошторолдо: Йәмәғәт ойошмалары һәм хәрәкәттәре менән үҙ-ара эш итеү комитеты, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса комитет, Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеү буйынса комитет, Халыҡтарҙың рухи һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеге буйынса комитет, Аралашлыҡ һәм тыныслыҡ урынлаштырыу миссиялары буйынса комитет.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, күптән түгел үткән БР халыҡтары Ассамблеяһының II съезында уның рәйесе итеп БР Фәндәр академияһының вице-президенты Әхәт Мостафин һайланғайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика