12:15 (UTC+5), 25 Июня 2009

Төҙөлөштө арзанайтыу һәр яҡлап файҙалы буласаҡ

Михаил Сытин
Көйөргәҙе районында Юшатыр һыу һаҡлағысын төҙөү проект сметаһынан ике тапҡырға арзаныраҡҡа төшөүе ихтимал, әммә был экологик именлектә һәм кешеләрҙең һаулығында сағылмаясаҡ. 24 июндә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев эш сәфәре барышында төҙөлөш барышы һәм ҡайһы бер ҡатмарлылыҡтар менән танышты.
Проект документацияһын төҙәтеү, транспорт менән файҙаланыуҙы оптималләштереү, төҙөлөштө арзанайтыуҙың ҡайһы бер башҡа варианттары һыу һаҡлағыстың смета хаҡын ике тапҡырға кәметергә булышлыҡ итте. Смета менән планлаштырылған 453 миллион һум урынына төҙөүселәр 200 миллион һумды еткерә аласаҡтар.
Раил Сарбаев, проектты арзанайтыу тирә-яҡ мөхиткә һәм кешеләрҙең һаулығына бер ниндәй зыян килтерергә тейеш түгел, тип айырып билдәләне. Был яҡтан төҙөлөштөң дәүләт заказсыһы - БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына төҙөлөш эштәренең экологик һәм санитар нормаларға тап килеүен контролдә тоторға ҡушылды.
Премьер шулай уҡ республика Президенты, төҙөлөштө быйыл тамамларға - киләһе миҙгелдә һыу һаҡлағыс тәүге һыуҙы ҡабул итергә тейеш, тигән бурыс ҡуйҙы тип иҫкәртте. Һыу һаҡлағысты тапшырыу сентябрь башына планлаштырыла.
Был ҡоролма ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ: Оло Юшатыр йылғаһы эҫе йәйге осорҙа һайыға һәм үҙ бассейнындағы хужалыҡтар баҫыуҙарын дым менән тәьмин итә алмай. Өҫтәмә сығанаҡ барлыҡҡа килеү менән был яҡтарҙа игенселек алып барыу күпкә еңелләшәсәк. Быуаға яҡын хужалыҡта - "Киров исемендәге" ауыл хужалығы кооперативында йәшелсәселекте әүҙем үҫтерергә планлаштыралар: һыу һаҡлағыс Аҡһары һәм Яңы Мораптал ауылдары араһындағы ерҙәрҙе һуғарыуҙы ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.
Һыу һаҡлағыстың максималь тәрәнлеге - 11,5 метр һәм секундына бында 200 кубометрҙан ашыу һыу сығарыласаҡ. Бынан тыш, һыулыҡ 250-300 кВт электр энегрияһы етештерерлек локаль гидроэлектростанция төҙөп ҡуйырға мөмкинлек бирә, был урындағы ҡулланыусылар өсөн етерлек буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика