18:08 (UTC+5), 25 Июнь 2009

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде

24 июндә Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышы булды. Унда ҡала округы хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Бохармәтов Радик Мазһар улы тәғәйенләнде.
Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышы эшендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡатнашты.
* * *
Радик Бохармәтов 1958 йылдың 12 апрелендә Стәрлетамаҡ районының Левашевка ауылында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда "Салауатстрой" тресында балта оҫтаһы-бетонсы булып башлай.
1979-1989 йылдарҙа - "Салауатстрой" тресының 3-сө төҙөлөш идаралығы мастеры, прорабы, УПТК-ның баш инженеры, 5-се төҙөлөш идаралығы начальнигы.
1989-1992 йылдарҙа - "Ишембайжилстрой" тресы идаралығы начальнигы.
1992-1994 йылдарҙа - "Истрон" фирмаһы подразделениеһы директоры.
1994-2002 йылдарҙа - "Ишембайстройсервис" шәхси предприятиеһы директоры, Ишембай ҡалаһындағы 1-се төҙөлөш-монтаж идаралығы директоры, "Салауатремстрой" муниципаль унитар предприятиеһының баш инженеры.
2002-2005 йылдарҙа - Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары.
2006-2009 йылдарҙа - "Салауатстройзаказчик" муниципаль унитар предприятиеһы директорының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары.
2009 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем "Стройтрансгаз" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары булып эшләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика