12:29 (UTC+5), 24 Июня 2009

Ярты йылда "ҡыҙыу пейджер"ға 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт килде

Булат Юлбарисов
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Марат Ғәзизов быйыл беренсе ярты йыллыҡта хакимиәттең "ҡыҙыу пейджеры"на килгән мөрәжәғәттәргә йомғаҡ яһаны.
Өфө хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә сығыш яһап, Марат Ғәзизов, йыл башынан алып хакимиәт пейджерына 561 мөрәжәғәт килде, тип билдәләне. Иң күп мөрәжәғәттәр Октябрь (121), Киров (103) һәм Калинин (100) райондарында йәшәүсе халыҡтан килде. Ленин (36) һәм Дим (19) райондарында йәшәүсе өфөләрҙән ялыу аҙ булды. Орджоникидзе районында йәшәүселәрҙән 92 мөрәжәғәт килде, ә Советтан - 90.
Марат Ғәзизов өфөләрҙе бигерәк тә торлаҡ проблемалары (мөрәжәғәттәрҙең 41 проценты), ихаталарҙы төҙөкләндереү (20 процент) һәм транспорт эше (9 процент) борсоуын билдәләне. Төҙөлөш, социаль проблемалар һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр бишәр процент тәшкил итте.
Бөтә мөрәжәғәттәр ҡабул ителде һәм ҡала хакимиәтенең ярашлы структураларына тапшырылды. Марат Ғәзизов әйтеүенсә, муниципаль хеҙмәттәр граждандарҙың мөрәжәғәттәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Беренсе ярты йыллыҡта 382 мөрәжәғәт буйынса яуап бирелде. Проект эшләй башлағандан алып һигеҙ йыл эсендә "ҡыҙыу пейджер" аша Өфө хакимиәтенә ярҙам һорап 16 меңгә яҡын өфөлө мөрәжәғәт итте.
Өфө хакимиәтенә мөрәжәғәт ебәреү өсөн 2-770-911 телефоны аша шылтыратып, "Мэрия" абоненты өсөн белдереү ҡалдырыу етә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика