18:35 (UTC+5), 24 Июня 2009

Магнитогорскиҙан уҡыусылар гимназияға имтихан тапшыра

Марина Шумилова
Магнитогорскиҙан бер төркөм уҡыусылар бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназияһына имтихандар тапшыра. Магнитогорскиҙа хәҙер ун мең башҡорт йәшәй. Башҡортостанда уҡыу үҫеп килеүсе быуынға сифатлы белем алыу ғына түгел, үҙ милли сығанаҡтарына ҡушылырға - туған телен, милли мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнергә мөмкинлек бирә.
Башҡортостанда инновацион типтағы мәктәп-интернаттарға ҡабул итеү республика Рәсәй Федерацияһының башҡорттар тупланып йәшәгән субъекттары - Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары һәм башҡалар менән төҙөгән Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы алып барыла. БР Мәғариф министрлығы был төбәктәрҙән башҡорттар өсөн инновацион типтағы урта уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн квоталар бүлә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр ғына уның менән 240-тан ашыу бала файҙаланған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика