12:44 (UTC+5), 24 Июня 2009

Диниә назараты икенсе бинаға күсте

Булат Юлбарисов.
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының яңы бинаһын асыу тантанаһында БР Президенты Мортаза Рәхимов, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфти Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй Мөфтиҙәр советы рәйесе Рауил Ғәйнетдин, БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Рәсәй төбәктәренән һәм Башҡортостандан дин әһелдәре ҡатнашты.
- Төбәгебеҙ территорияһында ислам үҫеше, дини йәмғиәтебеҙ тәрән тамырҙарға эйә, - тине Мортаза Рәхимов. - Борон-борондан беҙ Башҡортостанда йәшәүсе бөтә дини халыҡтар араһында татыулыҡты һаҡланыҡ һәм уны нығытыуҙы дауам итәбеҙ.
Президент, мосолман ойошмаларының үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлеге уның дини, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм арттырыуға булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне.
Рауил Ғәйнетдин Мортаза Рәхимовҡа республиканың мосолмандар йәмғиәте тормошона иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уға Рәсәй Мөфтиҙәр советының юғары наградаһын, беренсе дәрәжә "Әл-Фәхр" почет орденын тапшырҙы.
Бинаның элекке милексеһе - "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы. Элек бында ҡунаҡхана урынлашҡан булған. Компания үҙ иҫәбенә реконструкция үткәрҙе һәм бинаны БР мосолмандары Диниә назаратына тапшырҙы. Аппарат хеҙмәткәрҙәре өсөн эш кабинеттарынан тыш, бында ғибәҙәтхана, хәйриә ашханаһы, ҡунаҡ бүлмәләре йыһазландырылған.
Белешмә өсөн. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты 1917 йылдың декабрендә ойошторола. Хәҙерге ваҡытта республикала БР мосолмандары Диниә назараты етәкселегендә 445 мосолман ойошмаһы эшләй. 15 йылдан ашыу назаратты мөфти Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин етәкләй. БР мосолмандары Диниә назараты Рәсәй Мөфтиҙәр советына инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика