12:12 (UTC+5), 18 Июнь 2009

Истанбулда Башҡортостан мәҙәниәт көндәре үтәсәк

Алик Шакиров
Республика делегацияһы бөгөн иртәнсәк 18-21 июндә Истанбулда үтәсәк Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыу өсөн Төркиәгә осто.
Делегация составында - Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, башҡа рәсми кешеләр - БР Хөкүмәте ағзалары, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре.
Делегацияны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкләй, ул Истанбулға Юрий Пустовгаров һәм Павел Качкаев менән бергә һуңыраҡ осасаҡ.
Истанбулда БР Мәҙәниәт көндәре программаһында Джэмаль Рашид Рэй концерт залында Башҡортостан сәнғәт оҫталарының ҙур концерты, Башҡортостан Республикаһының Төркиә Республикаһындағы Вәкиллеге ҡарамағында Башҡорт халҡының тарих һәм этнография йортон асыу тантанаһы, Рәсәй составында Башҡортостан автономияһын иғлан итеүҙең 90 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үткәреү ҡаралған. Истанбулдың үҙәгендә, Мәхмет Акиф Эрсой паркында, башҡорт милли байрамы - һабантуй үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика