12:08 (UTC+5), 18 Июнь 2009

Дәүләт Йыйылышының 15-се ултырышы башланды

Николай Ермоленко
Өфөлә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 15-се ултырышы башланды. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзалары, республиканың суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, БР Президенты Хакимиәте, БР Дәүләт Йыйылышы Секретариаты һәм БР Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт берләшмәләре етәкселәре, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.
Депутаттар ултырыштың эшсе органдарын һайланы һәм көн тәртибен раҫланы, уға 44 мәсьәлә индерелде, шул иҫәптән 33 республика һәм ете федераль закон проектын ҡарау. Депутаттар беренсе уҡыуҙа ҡараясаҡ Башҡортостан Республикаһының 17 Закон проекты араһында - "Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдағы бюджеты үтәлеше тураһында", "Башкортостан Республикаһының Республика мотлаҡ медицина страховкалауы фондының 2008 йылдағы бюджеты үтәлеше тураһында", "Башҡортостан Республикаһының 2009 йылға бюджеты тураһында" Башкортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" һәм "Башҡортостан Республикаһында бюджеттан тыш мөнәсәбәттәр тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" закон проекттары.
Депутаттарға Башҡортостан Республикаһы закондарына коррупцияға ҡаршы экспертиза үткәреү, мировой судья һайлау һәм Дәүләт Йыйылышы депутаттарының береһенең вәкәләттәрен туҡтатыу тураһындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү бурыстары тора; Татарстан Республикаһы Дәүләт Советының Рәсәй етәкселегенә Европа Төбәктәр телдәре хартияһын йәки аҙ һанлы милләттәр телдәрен ратификациялау тураһында тәҡдиме менән мөрәжәғәтенә Башҡортостан парламенты депутаттарының мөнәсәбәте айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика