12:32 (UTC+5), 05 Июнь 2009

Экологтар көнө менән!

IMPORT Сервисный
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республиканың тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәте хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары - бөгөн билдәләнгән Экологтар көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:
"Тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәттәренең хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Экологтар көнө менән ихлас ҡотлайым!
Башҡортостан - Рәсәй Федерацияһының индустриаль яҡтан алға киткән төп төбәктәренең береһе. Тирә-яҡ мөхитте, ҡабатланмаҫ тәбиғәтте һаҡлау, бай тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу, экологик именлекте һәм кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыу мәсьәләләренә беҙҙә айырым иғтибар бирелә.
"Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары" айырым маҡсатлы программаһы уңышлы үтәлә. Экологик именлекте тәьмин итеү буйынса норматив хоҡуҡ базаһы камиллаша. Предприятиелар, технологик процестарҙың һәм сығарылған продукцияның экологик талаптарға яуап биреүен тәьмин итеп, етештереүҙе модернизациялай. Һуңғы йылдарҙа республика ошо көнүҙәк мәсьәлә буйынса Рәсәй кимәлендәге мөһим кәңәшмәләр һәм конференцияларҙы үткәреү урынына әүерелә бара.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа өлгәшелгән уңыштар - изге эшкә тоғро ысын профессионалдар - юғары квалификациялы белгестәрҙең тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе ул!
Беҙҙә тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау һәм тулыландырыу бурыстары артабан да эҙмә-эҙлекле, системалы тормошҡа ашырылыр, тирә-яҡ мөхит кешеләрҙе үҙенең йомартлығы һәм ҡабатланмаҫ гүзәллеге менән һәр саҡ ҡыуандырһын өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнер, тип ышанам.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй хаҡына хеҙмәтегеҙҙә артабан да уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика