18:27 (UTC+5), 04 Июня 2009

Руберт Ғәбдүшев вафат булды

Рәсәй "Госгортехнадзор"ының Башҡортостан идаралығына күп йылдар етәкселек иткән Руберт Исмәғил улы Ғәбдүшев оҙаҡ ваҡыт ауырығандан һуң 2009 йылдың 2 июнендә 69-сы йәшендә арабыҙҙан китте.
Руберт Ғәбдүшев 1940 йылдың 15 июлендә тыуған. Хеҙмәт юлын 1959 йылда башлап, ул шаҡтай эш тәжрибәһе туплай, "Востокнефтепроводстрой" тресы төҙөлөш идараһында слесарҙан алып баш механикка тиклем хеҙмәт юлы үтә.
1971 йылдан Руберт Ғәбдүшев Рәсәй "Госгортехнадзор"ының Башҡортостан округына (әлеге ваҡытта "Ростехнадзор"ҙың Урал буйы идаралығы) эшкә күсә һәм 33 йылдан ашыу республиканың хәүефле производстволарына һәм объекттарына дәүләт контролен тормошҡа ашыра. 1987 йылда Идаралыҡтың баш инженеры итеп тәғәйенләнә, 1993 йылдан 2004 йылға тиклем Идаралыҡ етәксеһе була.
Руберт Ғәбдүшев Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт производстволарын һәм объекттарын төҙөүҙә һәм файҙаланыуҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерҙе. Башҡортостан энергосистемаһының формалашыуы, нефть эшкәртеү һәм нефть-химия производстволарын төҙөү һәм реконструкциялау, тау эшен һәм төҙөлөш индустрияһын үҫтереү, республика ҡалаларына һәм ауыл райондарына газ үткәреү уның исеме менән тығыҙ бәйләнгән.
Торба үткәргес транспортының ышаныслылығын арттырыу республика программаһы уның әүҙем ҡатнашлығында эшләнде. Был программаны ғәмәлгә ашырыу магистраль торба үткәргестәр хәүефһеҙлеген күпкә арттырҙы.
Ул үҙ ғүмерендә күп нәмәгә өлгөрҙө, күҙәтеү эшмәкәрлеген ойоштороуға нигеҙ һалды, сәнәғәт хәүефһеҙлегенә дәүләт күҙәтеүе бурыстарын юғары кимәлдә хәл итерлек коллектив тупланы.
Руберт Ғәбдүшевтың хеҙмәттәре "Рәсәй "Госгортехнадзор"ының иң яҡшы инспекторы", Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Почет грамотаһы, Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы Почет грамотаһы менән билдәләнде. 1997 йылда уға "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған энергетигы" тигән исем бирелде.
Талантлы ойоштороусы, талапсан һәм принципиаль етәксе Руберт Исмәғил улы кеше хәленә инә белгән, ауыр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған кеше ине. Беҙҙең хәтерҙә ул мәңгегә шулай булып ҡалыр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика