12:25 (UTC+5), 04 Июня 2009

Президенттың яңы ярҙамсыһы тәғәйенләнде

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
Республика Президенты Мортаза Рәхимов Дәүләткилдин Азамат Хәким улын Башҡортостан Президенты ярҙамсыһы итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Азамат Дәүләткилдин 1947 йылдың 1 майында Сибай ҡалаһында тыуған. Ростов дәүләт университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылда Баймаҡ көнкүреш комбинаты эшсеһе булып башлай.
1969-1970 йылдарҙа - Баймаҡ машиналар эшләү заводы инженер-технологы, инженеры, Баймаҡтың 39-сы ҡала һөнәрселек-техник училищеһында комсомол ойошмаһы секретары.
1970-1975 йылдарҙа Ростов дәүләт университетында уҡый. 1975-1992 йылдарҙа - Башҡортостан ауыл хужалығы институтының политэкономия кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусы.
1992-1994 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты баш белгесе, бүлек начальнигы урынбаҫары.
1994-2000 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығының территориялар менән эшләү бүлеге баш белгесе, мөдире урынбаҫары.
2000 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең эштәр идарасыһы булып эшләне.
Азамат Дәүләткилдин Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика