12:36 (UTC+5), 04 Июня 2009

Монголияның һәр икенсе бал ҡорто - Башҡортостандан

Марият Артюхова
Монголия Башҡортостандан тәүге 600 бал ҡорто пакетын һәм 150 инә бал ҡортон көтә. Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарында тупланған был ҡиммәтле йөк бөгөн оҙатыласаҡ. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, июндә тағы бер партия бал ҡорттарын оҙатырға планлаштырыла. Хәҙер, Монголиялағы һәр икенсе бал ҡорто - сығышы менән Башҡортостандан, тип тулы ышаныс менән раҫларға мөмкин буласаҡ.
Әйткәндәй, Монголия июнь айында Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге продукцияһын күрәсәк донъяның берҙән-бер иле түгел. 18-22 июндә ул Истанбулда Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә күргәҙмә-дегустацияла ла ҡатнашасаҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, үҙ баҙарын сит продукция үтеп инеүҙән тырышып һаҡлаған Төркиә властары башҡорт балын хуплап ҡабул итә. Төркиәнән һуң сиратта - Япония.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика