11:46 (UTC+5), 27 Мая 2009

Мортаза Рәхимов Индонезия Илсеһе менән осрашты

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
27 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Индонезия Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хәмид Авалудинды ҡабул итте. Ул Өфөгә "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" ХVII халыҡ-ара махсус күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн килгән Индонезияның дипломатик делегацияһын етәкләй.
Осрашыу башында Мортаза Рәхимов дипломаттарға Башҡортостандың иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫеше хаҡында һөйләне. Республика башлығы, Башҡортостан донъяның 100-ҙән ашыу иле менән тышҡы сауҙа бәйләнештәре булдырған, тип билдәләне.
Хәмид Авалудин Мортаза Рәхимовҡа республика баш ҡалаһында өс көн булыу һәм халыҡ-ара күргәҙмәгә барыуҙан алған тәьҫораттары хаҡында һөйләне. Дипломат фекеренсә, Башҡортостан менән Индонезия үҙ-ара файҙалы бәйләнештәр урынлаштырыу өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә. Хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе сифатында Индонезияның Рәсәйҙәге илсеһе нефть һәм газ эшкәртеүҙе атаны.
- Беҙ Башҡортостан вуздарында, атап әйткәндә, нефть университетында яңы инновацион технологиялар буйынса эшләү өсөн белгестәр әҙерләү яҡлыбыҙ. Һеҙҙең республикала нефть һәм газ эшкәртеү өлкәһендә бик ҙур тәжрибә тупланған, һәм уны Индонезияла уңышлы ҡулланырға мөмкин. Хәҙерге ваҡытта беҙҙең яғыулыҡ-энергетика комплексы һеҙҙең республикала етештерелгән заманса ҡорамалдарға мохтаж, - тине Хәмид Авалудин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика