11:31 (UTC+5), 27 Мая 2009

Китапханалар көнө менән!

Башинформ
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республика китапхана хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары - дөйөм Рәсәй Китапханалар көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:
"Башҡортостан Республикаһы китапханаларының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Китапханалар көнө менән ихлас ҡотлайым!
Китапханалар ерҙә изге бурыс үтәй - улар ысын-ысындан белем ҡорамы, милли мәҙәниәт байлыҡтарын һаҡлаусы аң-белем үҙәктәре булды һәм булып ҡала.
Бөгөн дә китапхана - ҡала һәм ауылдарҙың мәҙәни, белем биреү һәм мәғлүмәт инфраструктураһының төп элементтарының береһе, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерә. Дәүләт власы органдары китапхана эшен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Республиканың китапхана фонды 40 миллион данаға етте һәм был илдә иң яҡшы күрһәткес. Китап уҡыусыларға беҙҙә йыл һайын 53 миллион самаһы баҫма бирелә, китапханаға былтыр 24 миллион тапҡыр килгәндәр. Китапханаларыбыҙ, уларҙың йәмғиәттең мәҙәни, интеллектуаль һәм рухи тормошондағы роле менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.
Республиканың китапхана тармағы алдында 2014 йылға тиклемге осорға айырым маҡсатлы үҫеш программаһын әҙерләү, берҙәм мәғлүмәт-китапхана селтәрен булдырыу, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың матди-техник базаһын яҡшыртыу бурысы тора.
Китапханалар киләсәктә лә белем, ижад һәм мәҙәниәт усағы булып ҡалһын. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, изге эшегеҙҙә бөтмәҫ көс-ҡеүәт һәм уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика