Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.43
+0.29
101.51
+0.23
72.3
-1.4
18+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Май 2009, 17:43
Мөһим форум - республикабыҙҙың визит карточкаһы
Бөгөн Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресы һәм "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" ХVII халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе асыла. Ошо айҡанлы республика Президенты Мортаза Рәхимов Конгреста һәм күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға тәбрикләү хаты ебәрҙе. Унда шулай тиелә:
Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресында һәм "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" ХVII халыҡ-ара махсус күргәҙмәһендә хөрмәтле ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар! Һеҙҙе Башҡортостандың ҡунаҡсыл баш ҡалаһы Өфөлә ихлас сәләмләйем!
Беҙҙең республика - Рәсәй Федерацияһының юғары үҫешкән иҡтисади һәм социаль-рухи өлкәһе, гүзәл тәбиғәте һәм талантлы күп милләтле халҡы булған терәк субъекттарының береһе. Ул - нефть сығарыусы ҙур төбәк, машиналар эшләү, химия һәм нефть химияһы үҙәге. Бында йыл һайын 26 миллион тонна самаһы нефть эшкәртелә, бөтә Рәсәй автомобиль бензинының - 17, дизель яғыулығының 15 проценты етештерелә.
Республикала сығарылған нефть продукттары конкуренцияға һәләтле, "Евро-3" һәм "Евро-4" сифат стандарттарына тап килә, улар эске һәм тышҡы баҙарҙа һорау менән файҙалана. Нефть сеймалын эшкәртеү тәрәнлеге 84 проценттан ашып китә, шул уҡ ваҡытта уртаса Рәсәй күрһәткесе - 72 процент. Республика үҫешкән фәнни-техник ҡеүәте, юғары инвестиция әүҙемлеге, яғыулыҡ-энергетика комплексына дәүләт ярҙамы менән айырылып тора.
Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре конгрестары һәм "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" ХVII халыҡ-ара махсус күргәҙмәләре Башҡортостанда 1992 йылдан башлап үткәрелә. Ваҡыт менән һыналған, тармаҡ өсөн мөһим форумдар беҙҙең республиканың визит карточкаһына әүерелде.
Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресы һәм "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" ХVII халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе нефть һәм газ сәнәғәте үҫешенә яңы этәргес бирер, яғыулыҡ- энергетика комплексындағы инновацион процестарға булышлыҡ итер, тип ышанам. Форумдың эше белгестәргә һәм ғалимдарға көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерергә, тәжрибә һәм ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре менән уртаҡлашырға, нефть һәм газ тармағының төп секторҙарындағы һуңғы ҡаҙаныштарҙы күрһәтергә, бөгөнгө иҡтисадтың көрсөк күренештәрен еңеү юлдарын бергәләп эҙләргә мөмкинлек бирәсәк.
Һеҙгә ҡыҙыҡлы эшлекле осрашыуҙар, үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек, күп яҡлы эшмәкәрлегегеҙҙә артабан да уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".
Теги:
нефть һәм газ
конгресс
күргәҙмә
Читайте нас: