17:59 (UTC+5), 26 Май 2009

Индонезияның Рәсәйҙәге илсеһе Хәмид Әүәлүдин Өфөлә

Эльвира Латипова
Индонезия Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хәмид Әүәлүдин етәкселегендәге Индонезияның дипломатик делегацияһы Башҡортостанға килде. Уның менән бергә Өфөгә илселек белгестәре: мәҙәниәт, мәғариф, мәғлүмәт һәм социаль үҫеш мәсьәләләре буйынса беренсе секретарь Джоханес Мангисела, сәйәсәт мәсьәләләре буйынса беренсе секретарь Додо Судраджат, элемтә бүлеге хеҙмәткәре Бамбанг Эдиярсоно килде.
Был көн программаһында - "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" ХVII халыҡ-ара махсус күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашыу, Башҡорт дәүләт университетына һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына барыу. БДУ-ла Индонезия дипломаты университет ректоры Мөхәмәт Харрасов менән осрашасаҡ һәм студенттар, уҡытыусылар алдында инглиз телендә "Индонезия бөгөн һәм уның Рәсәй менән мөнәсәбәттәре перспективалары" темаһына лекция менән сығыш яһаясаҡ. Үҙәк диния назаратында Әүәлүдин әфәндене Рәсәйҙең Юғары мөфтийе Тәлғәт Тажетдин менән осрашыу көтә.
Шаршамбы көнөнөң үҙәк ваҡиғаһы - республика етәкселеге менән планлаштырылған осрашыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика